Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАГНЕЗИТ

Просмотров: 1284

МАГНЕЗИТ (яңы лат. magneјsia — магнезия), 1) карбонаттар класы минералы, MgCO3. Составында 47,82% MgO, 52,18% CO2 бар; изоморф ҡушылмалары: тимер, марганец, кальций. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, тығыҙ, фарфорға тартым, ерле; аҡбурға оҡшаш, сүсле массалар. Төҫө аҡ, һоро, һарғылт; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 4; тығыҙлығы 3000 кг/м3; йәбешкәклеге камил. 2) М. минералынан торған тау тоҡомо. Минералдағы магний, сидерит барлыҡҡа килтереп, тимер м‑н алмашына ала. Сығышы ултырма, метасоматик, ш. уҡ ультраһелтеле магматик тоҡомдарҙың химик ашалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Утҡа сыҙамлы, төҙөлөш, йөҙләү һәм термоизоляция материалдары етештереү өсөн сеймал; резина‑техника, ҡағыҙ, химия, фармацевтика, керамика сәнәғәтендә ҡулланыла. БР‑ҙа М. иң ҙур ятҡылыҡтары Башҡорт мегантиклинорийының рифей ултырма ҡатламдарына тура килә: Исмаҡай, Ҡыҙылташ, Һүренйәк, Юша (бөтәһе лә — Белорет р‑ны).

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: