Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨФТИЕВ Ғамил Ғәббәс улы

Просмотров: 774

МӨФТИЕВ Ғамил Ғәббәс улы (12.1. 1954, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Туҡмаҡлы а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2001), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Иҡтисад һәм социология ин‑тында эшләй (1984 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р); 1993 й. башлап «“Илһам” конъюнктура һәм маркетинг үҙәге» ЯСЙ (Өфө) дир.; 1997 й. — “Красноусол” шифаханаһының баш табибы урынбаҫары; 1998 й. алып Г.В.Плеханов ис. Рәсәй иҡтисад ун‑тының Өфө ин‑тында (филиал): тиҙләтелгән әҙерлек ф‑ты деканы, 1999 й. башлап уҡытыу-тәрбиә эштәре б‑са проректор, бер үк ваҡытта менеджмент каф. мөдире, 2001 й. алып дир., бер үк ваҡытта 2003—14 йй. — эске һәм халыҡ-ара сауҙа идаралығы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге сауҙа, бизнес һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге үҫеше стратегияһына һәм көйләүгә; электрон коммерцияға, уҡыу процесына яңы мәғлүмәт технологиялары индереүгә арналған. М. тарафынан иҡтисадты дәүләт көйләүе өлкәһендә етештереү саралары баҙарын көйләүҙең үҙәк м‑н төбәктәр һәм өлкәләр вәкәләттәрен айырыу өсөн институцион нигеҙҙәр һәм механизмдар эшләнгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Рынок средств производства в системе региональной экономики. М., 1993; Государственное регулирование регионального рынка средств производства: институциональный подход. Екатеринбург, 2000; Перспективы сотрудничества России с ВТО: региональный аспект. Уфа. 2004. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019