МӨХӘМӘТДИНОВА Сәғиҙә Хашим ҡыҙы
1087
МӨХӘМӘТДИНОВА Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (25.9.1931, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а. — 19.3.2018, Белорет ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1982). 1947—49 йй. һәм 1951—84 йй. Белорет металлургия комб‑тында, 1949—51 йй. Харцыз ҡорос сым-арҡан з‑дында (Донецк өлк.) арҡан ишеү б‑са машинист булып эшләй, 1984—95 йй. 25‑се юғары ПУ‑ның производствоға өйрәтеү мастеры (Белорет). Ленин (1971, 1981), Окт. Революцияһы (1974), “Почёт Билдәһе" (1966) орд. м-н бүләкләнгән. 25‑се Белорет лицейы бинаһына М. хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.11.2019
Энциклопедиялар: