Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН МУЗЕЙЫ

Просмотров: 1298

УРМАН МУЗЕЙЫ. Өфөлә “Башҡортостан урманы” дәүләт учреждениеһы эргәһендә урынлашҡан. 1981 й. ойошторолған. Музей фондында 70‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. солоҡсолоҡ һәм һунар өсөн әйберҙәр, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, бөжәктәр коллекцияһы, Башҡортостанда йәшәгән йәнлек һәм ҡош толоптары, Шүлгәнташ макеты; респ. билдәле урмансыларына арналған фото һәм документаль материалдар, БР‑ҙа урмансылыҡ үҫешен һәм халыҡ хужалығында ағасты ҡулланыуҙы яҡтыртҡан стендтар. Музейҙа Аграр университет, Урман хужалығы техникумы студенттарына лекциялар, ғилми‑ғәмәли дәрестәр үткәрелә.

 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: