НАУМКИН Василий Дмитриевич
723
НАУМКИН Василий Дмитриевич (14.1.1936, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Егәҙе ҡсб — 10.8.1993, Магнитогорск ҡ.). Соц. Хеҙмәт Геройы (1976, 1985). РСФСР‑ҙың атҡ. металлургы (1979), СССР‑ҙың почётлы металлургы (1968). 1956—93 йй. Магнитогорск металлургия комб‑тында эшләй: домна эшсеһе, өлкән домна эшсеһе, домна мейесе газсыһы, металлургия ҡорамалдарының слесарь‑ремонтсыһы. РСФСР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971, 1976, 1985), Окт. Революцияһы (1982) орд. м‑н бүләкләнгән. Магнитогорскиҙа Н. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Тыуған ауылында мәктәпкә уның исеме бирелгән, бюсы ҡуйылған.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар: