Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪӘКӘЕВ Иҫлебай Иҫәкәй улы

Просмотров: 1003

ИҪӘКӘЕВ Иҫлебай Иҫәкәй улы (15.5.1935, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Түбән Таҡыя а. — 30.11.1998, Салехард ҡ.), агроном. а.х. ф. д‑ры (1995). Новосибирск а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Томск өлк. хужалыҡтарында эшләй. 1977 й. алып Ханты‑Манси а.х. тәжрибә ст.: өлкән агроном, 1978—80 йй. фермалар идарасыһы. 1983 й. башлап Ямал а.х. тәжрибә ст. өлкән ғилми хеҙм‑ре, бүлек мөдире, 1998 й. — “Ямал аграр фәне” ҒПП (икеһе лә — Салехард) директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре Көнбайыш Себерҙең урман‑дала һәм урман‑тундра зоналарында болон үләндәренең уңыш биреүсәнлеген арттырыуҙы өйрәнеүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: