Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЕКАМА МУЗЕЙЫ

Просмотров: 942

НЕФТЕКАМА МУЗЕЙЫ. 1967 й. ойошторола. 1994 й. алып Милли музей филиалы, 2007 й. Нефтекама тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында 10 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. палеонтологик табылдыҡтар, таксидермист П.К.Павликовтың хайуан толоптары, ҡулдан һуғылған мари һәм удмурт ҡатын‑ҡыҙкейеме, ҡыңғырауҙар һәм үтектәр коллекцияһы, һәүәҫкәр рәссам А.Н.Наимов картиналары йыйылмаһы, археологик, минералогик һәм нумизматик коллекциялар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар т‑да документаль материалдар. Экспозиция 5 бүлектән тора: палеонтология һәм археология, тәбиғәт һәм хайуандар донъяһы, БР халыҡтары этнографияһы, хәрби дан, ҡала тарихы. Башҡ. тирмәһе, 19 б. аҙ. мари, татар һәм уд‑ мурт өйҙәре макеттары бар. 

Л.А.Чишкова

Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.03.2024