Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСЛАМОВА София Ғиззәт ҡыҙы

Просмотров: 1131

ИСЛАМОВА София Ғиззәт ҡыҙы [26.7.1948, Чкалов өлк. Бәшир а. (Ырымбур өлк.)], зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумында, 1973 й. алып Баймаҡ р‑нының Ҡуянтау урта мәктәбендә уҡыта, 1978 й. — БНИИСХ-ның Баймаҡ тәж.‑производство хужалығында эшләй. 1986 й. башлап БДАУ-ҙа (2004—10 йй. а.х. малдарын үрсетеү каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын һәм уларҙың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттырыуҙың селекцион‑генетик ысулдарын камиллаштырыуға һәм эшләүгә арналған. БР хужалыҡтарында һыйыр малы көтөүҙәрен камиллаштырыу б‑са селекция‑тоҡомсолоҡ эшенең перспективалы пландарын эшләүҙә ҡатнаша. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Пути интенсификации овцеводства в Башкирии. Уфа, 1983 (авторҙ.); Иммунный статус и продуктивные показатели крупного рогатого скота. Уфа, 2004 (авторҙ.). Содержание коз. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: