ФРУНЗЕ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ
ФРУНЗЕ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ. Кушнаренко р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Баҡай ауылы. Составына 2 һөтсөлөк, йәш һыйыр малын һимертеү һәм сусҡ‑ҡ фермалары, тирмән, икмәкхана һ.б. инә. 2004 й. 109 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8427 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 6672 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 24,7, шәкәр сөгөлдөрө — 155, көнбағыш (орлоҡ) — 9,1; етештерелгән (т): иген — 8733,9, шәкәр сөгөлдөрө — 2794,5, көнбағыш — 382. Һыйыр малы һаны — 1260 (446 һыйыр), сусҡа — 928, йылҡы — 49; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2848 кг; етештерелгән (т): һөт — 854,5, ит — 55,8. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1929 й. “Гигант” а.х. артеле базаһында М.В.Фрунзе ис. к‑з булараҡ ойошторола, 2001 й. алып М.В.Фрунзе ис. АХПК.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев