Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

Просмотров: 906

САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Мәләүез р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ергән ауылы. Составына 2 үҫемлекселек бригадаһы, 3 һөтсөлөк фермаһы, сусҡасылыҡ фермаһы, һөт һәм макарон цехтары, көнбағыш эшкәртеү цехы, тирмән һ.б. инә. Мәҙәниәт йорто бар. 2006 й. 356 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8588 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 6679 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 35,9, шәкәр сөгөлдөрө — 394,3, көнбағыш — 16,6, картуф — 302; етештерелгән (т): иген — 12620,8, шәкәр сөгөлдөрө — 1380, көнбағыш — 556,7, картуф — 6039. Һыйыр малы һаны — 1876 (560 һыйыр), сусҡа — 481, йылҡы — 69; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3800 кг; етештерелгән (т): һөт — 1970, ит — 230. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1930 й. Салауат ис. к‑з булараҡ ойошторола, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Хужалыҡта 1990 й. алып — картуф үҫтереүҙең голланд технологияһы, 1993 й. башлап шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә интенсив технология ҡулланыла. Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән (Мәскәү, 2006).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: