ИСМӘҒИЛЕВА Асия Фәхретдин ҡыҙы
ИСМӘҒИЛЕВА Асия Фәхретдин ҡыҙы (3.7.1952, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Наратаҫты а.), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) 1979 й. тиклем БДМИ-ла, 1981 й. алып Ырымбур а.х. ин‑тында эшләй, 1988 й. — Органик химия ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1997 й. башлап БДАУ‑ҙа (2012 й. тиклем эске йоғошһоҙ ауырыуҙар, клиник диагностикалау һәм фармакология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдарының тәбиғи ҡаршы тороусанлығын һәм продуктлылығын өйрәнеүгә арналған. И. ҡатнашлығында яңы антибиотиктар (политрил), иммуномодуляторҙар (полизон, глицирризин кислотаһы, пиримидин сығарылмалары һ.б.), тире ауырыуҙарын дауалау өсөн препараттар (тиофансульфоксид) эшләнә һәм дауалау практикаһына ин- дерелә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 28 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Пиримидины и их применение в птицеводстве. Уфа, 1998 (авторҙ.); Иммунный статус животных. Возможности коррекции иммунодефицитных состояний новыми производными глицирризиновой кислоты. Уфа, 2001 (авторҙ.); Применение производных пиримидина в ветеринарии. Уфа, 2001 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова