Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОНОВАЛОВ Владимир Фёдорович

Просмотров: 874

КОНОВАЛОВ Владимир Фёдорович (15.8.1948, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Үрге Әүжән а.), урман белгесе. А.х. ф. д‑ры (2004), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. урман белгесе (2008). Мари политехник ин‑тын тамамлаған (Йошкар‑Ола, 1975). 1966—67 йй. Стәрлетамаҡ химия з‑дында эшләй. 1975—77 йй. Мари политехник ин‑тында фәнни асыштарҙы етештереүгә индереү б‑са инженер. 1981 й. алып БДАУ‑ҙа: 1984 й. башлап ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы ф‑ты деканы урынбаҫары, 1992 й. — деканы, 2006—08 йй. урман культуралары каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан урмандарын селекциялау һәм тергеҙеү проблемаларына арналған. К. тарафынан һалпыш ҡайындың хужалыҡ өсөн ҡиммәтле формаларын һайлап алыу һәм урман хужалығында ҡулланыу өсөн БР урмандарында ҡайын ағастарын селекцион инвентаризациялау б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Селекция и разведение берёзы повислой на Южном Урале. М., 2002; Западный Башкортостан: экология и безопасность жизнедеятельности. Уфа, 2003 (авторҙ.); Популяционная структура и сохранение генофонда берёзы повислой на Южном Урале. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: