Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ

Просмотров: 1901

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ, малға ашатыу өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.а.к. бер һәм күп йыллыҡ мал аҙығы үләндәре, мал тамыраҙыҡтары һәм бүлбе емештәре, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос культуралары индерелә. Ҡыяҡлылар һәм ҡуҙаҡлылар ғаиләләренә ҡараған мал аҙығы үләндәре йәшел мал аҙығы, бесән, силос һәм үлән оно эшләүгә ҡулланыла. Тамыраҙыҡтарҙы, бүлбе емештәрҙе һәм мал аҙығы ҡауын‑ҡарбуз культураларын сей көйө, бешереп һәм силослап ашаталар. Башҡортостанда бер йыллыҡ ҡыяҡлыларҙан могар, судан үләне һ.б.; бер йыллыҡ ҡуҙаҡлыларҙан — йөнтәҫ кәрешкә, иген кәрешкәһе, сәсеү торна борсағы һ.б.; күп йыллыҡ ҡыяҡлыларҙан — айрауыҡ, арышбаш, болон тимофеевкаһы, бүтәгә, күк аҡтамыр, күстерә, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә, төлкөғойроҡ һ.б.; күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәрҙән — йылҡы борсағы, көнсығыш кәзә үләне, ҡыҙыл йыланҡуҙаҡ, люцерна, туғай клеверы һ.б.; мал тамыраҙыҡтарынан — мал һәм шәкәр сөгөлдөрө, турнепс, кишер һ.б.; мал бүлбе емештәренән — картуф, топинамбур һ.б.; мал аҙығы ҡауын‑ҡарбуз культураларынан — ҡабаҡ, ташҡабаҡ һ.б.; силос культураларынан көнбағыш, кукуруз, сорго һ.б. үҫтерәләр. Мал аҙығы игенен етештереү өсөн иген культуралары (арпа, һоло һ.б.) һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары (борсаҡ, кәрешкә, ноҡот борсағы, соя һ.б.) үҫтерелә. Шулай уҡ йәшел мал аҙығына иген культураларын (арпа, арыш, һоло), тары һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын (борсаҡ, соя) үҫтерәләр. Башҡортостанда М.а.к. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә, М.а.к. а.х. культураларының дөйөм сәсеүлек майҙандарындағы сағыштырма ауырлығы тәбиғәт‑климат шарттары, тәбиғи мал аҙығы ерҙәре булыу‑булмауы, ерҙәрҙең һөрөлгәнлеге, малсылыҡтың махсуслашыуы һәм үҫеш кимәле м‑н бәйле. Республикала М.а.к. сәсеүлек майҙандары 950 мең га ашыу, ш. иҫ. күп йыллыҡ үләндәр — 620, бер йыллыҡ үләндәр — 260, силос һәм йәшел мал аҙығына әҙерләнгән кукуруз — 65, мал тамыраҙыҡтары — 10 мең га (2012). Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү.

Әҙәб.: К у ч е р о в Е.В., М и х а й л о в а Т.П., М у х а м е т р а х и м о в И.С. Новые кормовые и силосные культуры в Башкирии. Уфа, 1980; Н а д е ж к и н С.Н. Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Уфа, 1999. 

Ғ.Ҡ.Зарипова, М.М.Хәмиҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: