Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРЕНТЕ ТАМЫРЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

Просмотров: 1046

ҮРЕНТЕ ТАМЫРЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, башлыса вегетатив юл м‑н тамыр үрентеләре (өҫтәмә бөрөләрҙән сыҡҡан үренделәр) ярҙамында үрсеүсе күп йыллыҡ үләндәр. Ү.т.ҡ.ү. баҫыу билсәне, баҫыу эт эсәге, сыбар сысҡанборсаҡ, сысҡан кәрешкәһе, тал һөтлөгәне, үрмәле әсе үлән, ябай етенүлән, ялан һары билсәне һ.б. инә. Ү.т.ҡ.ү. — ныҡ тамыр йәйгән ҡый үләндәре, уларҙың тамыры тупраҡҡа 5—7 м тиклем тәрәнлеккә үтеп инә. Вегетатив үрсеү ағзалары төрлө тәрәнлектә урынлашҡан, улар яҡшы үҫеп сыға. Механик тәьҫир итеү бөрөләрҙең күпләп шытып сығыуына килтерә. Ү.т.ҡ.ү. шулай уҡ 1—2 см тәрәнлектән яҡшыраҡ шытып сыҡҡан орлоҡтар ярҙамында үрсей. Башҡортостанда Ү.т.ҡ.ү. араһынан баҫыу билсәне, баҫыу эт эсәге, ялан һары билсәне киң таралған. Иген культураларын, аралыҡлы культураларҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе һ.б. баҫып алалар. Көрәш саралары: сәсеү әйләнештәрен контролдә үтәү, ерҙе алдан йомшартып, туңға һөрөп тәрән эшкәртеү, пар баҫыуын үҙ ваҡытында эшкәртеү, гербицидтар ҡулланыу һ.б. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Тамырһабаҡлы ҡый үләндәре мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: