ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы
1297
ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы (1811—?), кантон башлығы, сотник (1861). Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы Тартыш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шыршы-Тартыш а.) башҡорто. 1848 й. алып 11‑се, 1856 й. — 16‑сы башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1858 й. башлап 15‑се, 1861—62 йй. 16‑сы башҡ. кантондары башлығы. Бөрө өйәҙендә 2,3 мең дисәтинә ере булған. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Әҙәб.: Тагирова Л.Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная и региональная элита первой половины XIX века. Уфа, 2011.
Л.Ф.Таһирова
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: