КОРОЛЬКОВ Григорий Михайлович
811
КОРОЛЬКОВ Григорий Михайлович (4.9.1934, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Һарайғыр а. — 20.4.2012, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1984). 1952—98 йй. “Востокнефтезаводмонтаж” ААЙ‑нда эшләй: слесарь, 1958 й. алып бригадир. Волга автомобиль з‑дын (Тольятти ҡ.), Өфө синтетик спирт з‑дында фенол һәм ацетонды берлектә алыу ҡулайламаһын, КПСС-тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында ароматик углеводородтар етештереү комплексын төҙөүҙә ҡатнаша. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1978, 1984), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) орд. м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. Р.Х.Сәғитов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар: