Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРШУНОВА Зоя Павловна

Просмотров: 873

КОРШУНОВА Зоя Павловна (24.10.1932, Иваново сәнәғәт өлкәһе Яковлевское а. — 12.7.2018, БР‑ҙың Өфө районы Булгаково а.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). БАССР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1971). 1953 й. алып Өфө районының А.Д.Цюрупа исемендәге совхозының йәшелсә бригадаһы агрономы, 1960—89 йй. бригадиры. К. бригадаһы етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: йәшелсә культураларының уңдырышлылығы 544 ц/га тәшкил итә (1973). БАССР ЮС‑ының 7‑се, 10—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин ордендары менән бүләкләнгән (1966, 1973). К. исеме менән Өфө районы Булгаков а. урам аталған.

Әҙәб.: Иванов В. Здравствуй, поле // Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977; Коршунова З.П. // Герои труда. Уфа, 2011.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

И.Ғ.Кәримова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021