Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОСОУРОВ Юрий Фёдорович

Просмотров: 1317

КОСОУРОВ Юрий Фёдорович (17.11.1928, Урта Волга өлк. Архангельское а.), урман белгесе. А.х. ф. канд. (1958). БАССР‑ҙың атҡ. урман белгесе (1977). Мәскәү урман‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) 1953 й. тиклем Бөтә Союз урман хужалығы ҒТИ‑нда (Пушкино ҡ.) эшләй. 1956—92 йй. Башҡ‑н урман тәжрибә ст. өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре ағас тоҡомдарын селекциялау, үрсетеү, уларҙың фенологияһы һәм интродукцияһы, тупраҡты ел һәм һыу эрозияларынан һаҡлау өсөн ағастар үҫтереү проблемаларына арналған. К. ҡатнашлығында Башҡортостанда эрозияға бирелгән текә битләүҙәрҙә һәм бәләкәй йылға ярҙарында урмандарҙы тергеҙеүҙең терраса ысулы индерелә, йырын‑һыҙа ерҙәрен гидромелиоратив үҙләштереү технологиялары эшләнә һәм ҡулланыла. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. РСФСР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1991).

Хеҙм.: Почвозащитная система земледелия. Уфа, 1987 (авторҙ.); Мой лес: воспоминания учёного‑лесовода. Уфа, 2008; Возрождение земли. Туймазы, 2011.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: