ЛИПАЕВ Николай Филиппович
ЛИПАЕВ Николай Филиппович [26.4.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Озерковка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 1.11.1994, Ишембай ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. төҙөүсеһе (1992), БАССР торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡ. хеҙм‑ре (1984). 1942 й. алып Ишембай НЭЗ‑ында эшләй: слесарь, 1951 й. башлап ҡулайлама нач., 1953 й. — партия ком‑ты секретары. 1955 й. алып БАССР‑ҙың Маҡар р‑нындағы “Ҡыҙыл Байраҡ” к‑зы рәйесе. 1957 й. башлап Ишембайҙа: коммуналь хужалыҡтың бүлек мөдире, 1959 й. алып “Ишимбайгоргаз” тресы идарасыһы, 1963 й. — хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала советы рәйесе урынбаҫары. 1971 й. башлап “Ишембай станоктар эшләү заводы” ААЙ директоры. Ленин (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.
Т.П.Лелюх
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина