Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБН ХОРДАДБЕХ

Просмотров: 1683

ИБН ХОРДАДБЕХ (Әбү-л‑Ҡасим Ғөбәйҙулла ибн Абдулла ибн Хордадбех; яҡынса 820, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 826 — яҡынса 912/913, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 885), ғәрәп географы. Ғәббәсиҙәр хәлифе һарайында хеҙмәт иткән. И.Х. шәхси күҙәтеүҙәренә, күреп белеүселәрҙең һөйләүенә, төрлө яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнгән “Китаб әл‑мәсалик вәл‑мәмалик” (“Юлдар һәм илдәр китабы”; 846—885/886) хеҙмәте Азия һәм Көнсығыш Европа илдәренең географик торошо, уларҙа йәшәүселәрҙең иҡт. һәм сәйәси тормошо үҙенсәлектәре, дине, ғөрөф‑ғәҙәте һәм йолалары т‑да мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. И.Х. мәғлүмәттәрен артабан Джейхани, Ибн Руста, Гардизи һ.б. киң ҡуллана. Башҡорт ҡәбиләләренең таралып ултырыу терр‑яһын (ҡара: Башҡортостан) тасуирлағанда Сәлләм Тәржемән мәғлүмәттәрен файҙалана.

Әҫәрҙ.: Книга путей и стран. Баку, 1986. Лит.: Заходер Б.Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: Горган и Поволжье в IX-X вв. М., 1962; Rona - TasAndras. A honfoglalo мagyar. Budapest, 1996.

И.М.Аҡбулатов, Б.С.Ильясов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019