Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛУЗИНА Ирина Александровна

Просмотров: 629

ЛУЗИНА Ирина Александровна (18.11. 1947, Молдавия ССР‑ының Чимишлия а. — 2.1.2001, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлаған (Өфө, 1975). 1968 й. алып Өфө халыҡ‑ара телефон станцияһында эшләй, 1976—78 йй. һәм 1981 й. башлап БДПИ‑ла уҡыта, 1993 й. алып Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының Өфө ф‑тында; 1996—2001 йй. Өфө технология сервис ин‑тында: иҡт. теория каф. мөдире, 2000 й. башлап мәғариф һәм тышҡы иҡт. бәйләнештәр өлкәһендә хеҙмәттәшлекте координациялау б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге баҙар иҡт. формалашыуында һәм нығыныуында дәүләттең ролен методологик нигеҙләүгә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Финансовый рынок: структура, инструменты, механизм регулирования. Уфа, 1998 (авторҙ.); Рынок ценных бумаг и его инструменты. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019