Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАЯҠУП МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1116

ҠАРАЯҠУП МӘҘӘНИӘТЕ, һуңғы тимер быуат археологик мәҙәниәте. Күпселек тикшеренеүселәр, Ҡ.м. 8—9 бб., ҡайһы берҙәре 7—12 бб. ҡарай, тип иҫәпләй. Ҡараяҡуп ҡаласығы исеме м‑н аталған.

Башҡортостанда Ҡ.м. ҡомартҡылары Дим й. басс., Ағиҙел й. түбәнге һәм урта ағымында тупланған (Бикеш ҡурғандары, Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы, Иҫке Хәлил ҡурғандары, Ҡараяҡуп ҡаласығы, Стәрлетамаҡ ҡәберлеге, Суҡраҡлы ҡаласығы, Таптыков ҡаласығы, Ямашатау ҡурғаны һ.б.).

Торамалар ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан. Ер өҫтөндәге бүрәнә өйҙәр һәм тирмәләр торлаҡ булып хеҙмәт иткән, тип фараз ителә. Керамика муйыны тирәләй ҡыя һыҙыҡ, сатраш, соҡорло һәм ҡабарынҡы биҙәк м‑н уратылған, ауыҙы тирәләй һырҙар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө көршәк рәүешендәге әүәләп эшләнгән һауыттарҙан тора. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанлы ҡәберлектәр. Мәйеттәр һай, оҙонса йәки тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Баш осонда ҡорбан аҙығы (ат һөйәктәре) һалынған балсыҡ һауыттар, аяҡ осонда төрөлгән йылҡы тиреһе йәки ат егеү кәрәк-ярағы табылған. Ирҙәр ҡәберенә ҡорал (тимер ҡылыстар, балталар, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары), ҡатын-ҡыҙҙыҡына — биҙәүестәр (баҡыр һәм көмөш беләҙектәр, медальондар, сәс биҙәүестәре, сулпылар, быяла муйынсаҡтар) һалынған. Бил ҡайыштары (бронза һәм көмөш биҙәүестәр, ҡаптырмалар, сулпылар, алтын пластиналар ҡуйып эшләнгән ҡайыш тәңкәләре) осрай. Бер төркөм тикшеренеүселәр фекеренсә, Ҡ.м. Көнбайыш Себерҙең урман-далалы төбәгендә, башҡаларға ярашлы — Ҡаҙағстандың һәм Көньяҡ Себерҙең көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш далаларында формалашҡан.

Н.А.Мәжитов, Ә.Н.Солтанова һ.б. фекере б‑са, Ҡ.м. төрки телле ҡәбиләләр ҡалдырған (Көньяҡ Уралға 7—8 бб. Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан далаларынан килгән һәм 7—12 бб. ошонда йәшәгән башҡорттарҙың бер төркөмөн тәшкил иткән). Шул уҡ ваҡытта фәндә Ҡ.м. ҡомартҡылары фин-уғыр ҡәбиләләре тарафынан ҡалдырылған тигән фекер йәшәй (В.А.Иванов, Е.П.Казаков, Е.А.Халиҡова). Ҡ.м. кешеләре Бахмут мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н аралашҡан. Хужалыҡтың төп тармаҡтары булып малсылыҡ һәм игенселек иҫәпләнгән. Ҡ.м. ҡәбиләләре болғарҙар, ҡыпсаҡтар һәм Урта Азия м‑н Көнсығыш Европаның башҡа ҡәбиләләре м‑н тығыҙ бәйләнеш тотҡан (Куфи дирһәмдәре, Хәрәзм тәңкәләре һ.б. табылған; ҡара: Аҡса). Ҡ.м. өйрәнеүселәр: Р.Д.Голдина, Иванов, Казаков, Г.И.Матвеева, Мәжитов, Халиҡова һ.б. 

Әҙәб.: Матвеева Г.И. Памятник I тысячелетия новой эры левобережья р.Белой //Археология и этнография Башкирии. Т.3. Уфа, 1968.

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023