Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛИКОВ Рәйеф Сәлих улы

Просмотров: 1135

МАЛИКОВ Рәйеф Сәлих улы (24.8.1952, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Иҫке Дөмәй а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Дөмәй а.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Төмән мотор з‑дында эшләй. 1977—2013 йй. (өҙөклөк м‑н) “Нефтекама автозаводы” ААЙ‑нда: цех нач. урынбаҫары, 1982 й. алып цех нач., 1985 й. — партия ком‑ты секретары, 1990 й. — етештереү б‑са дир. урынбаҫары, 1994 й. — етештереү б‑са дир., 1998 й. — ген. директор. М. етәкс. завод төрлө тәғәйенләнештәге тағылмалар һәм ярым тағылмалар сығара башлай, Рәсәйҙә был техниканың иң төп етештереүсеһе булып китә; “НефАЗ‑5299” пассажир автобусын етештереү технологияһын үҙләштерә. БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 2—4‑се саҡырылыш депутаты. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2001). Дуҫлыҡ (2008), Салауат Юлаев (2007) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019