ҠАРАЯҠУП АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ
ҠАРАЯҠУП АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 5—3 мең йыллыҡтарға ҡарай. Шишмә р‑ны Ҡара Яҡуп а. төньяҡ-көнсығышҡа табан Дим й. уң ярында урынлашҡан. Ҡ.а.к. тора һәм ҡәберлек инә. Ю.А.Морозов тарафынан 1980 й. асыла һәм 1980—82 йй., 1984 й. өйрәнелә.
Ҡараяҡуп тораһында керамика (геом. биҙәк һалынған, тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө йомортҡа рәүешендәге һауыттар), таш әйберҙәр (гарпундар, батырғыстар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, бысаҡтар, тишкестәр, ҡырғыстар), таҙа еҙ, шлак табылған. Халҡы малсылыҡ (башлыса һыйыр малы, йылҡы үрсеткәндәр), балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, емеш-еләк йыйыу м‑н шөғөлләнгән.
Ҡараяҡуп ҡәберлегендә 5 ҡәбер табылған. Мәйеттәр көнбайыш— көнсығыш йүнәлешендә ҡаҙылған ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә керамика (яға һымаҡ ауыҙлы түңәрәк төплө һауыттар), йәшел һәүерташтан эшләнгән тамсы формаһындағы 32 сулпы (2‑һенә өйрәк һүрәте төшөрөлгән), ҡабырсыҡтан яһалған муйынсаҡтар, хайуан һөйәктәре һалынған. Өҫкө ҡатламдарҙа тимер быуатҡа ҡараған 3 ҡәбер табылған. Ҡомартҡы энеолит — тимер быуат дәүерендә Көньяҡ Урал янына халыҡтың күсеп ултырыу этаптарын күрһәтә. Ҡ.а.к. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Әҙәб.: Морозов Ю.А. Кара-Якуповская энеолитическая стоянка //Эпоха меди юга восточной Европы. Куйбышев, 1984.
Ю.А.Морозов
Тәрж. М.В.Хәкимова