Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛЫШЕВ Юрий Михайлович

Просмотров: 869

МАЛЫШЕВ Юрий Михайлович (11.4.1931, Төньяҡ Кавказ крайы Яңы Щербинов станицаһы — 7.3. 2015, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1970), проф. (1972). РСФСР‑ҙың (1981), БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре. Һарытау иҡт. ин‑тын тамамлаған (1953). 1957 й. алып СССР ФА БФ‑та эшләй (1962 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). 1963 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта: 1973—86 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1972 й. һәм 1986—2005 йй. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиеларында иҡт. һәм идара итеү каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть эшкәртеү пр‑тиеларының етештереү‑хужалыҡ эшмәкәрлеген планлаштырыуға иҡт.‑матем. алымдар уйлап табыу һәм индереүгә, етештереүҙең техник яҡтан камиллашыуына инвестицияларҙың иҡт. һөҙөмтәлелеген баһалауға, продукция сифаты м‑н идара итеүгә, хужалыҡ алып барыуҙың яңы алымдарына арналған. М. ҡатнашлығында нефть эшкәртеү пр‑тиеларының технологик структураһының камил булыуы дәрәжәһен баһалау методикаһы эшләнә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 1972—87 йй. СССР ФА‑ның төп фонд, капитал һалыу һәм яңы техниканың иҡт. һөҙөмтәлелеге проблемаһы б‑са ғилми советының Башҡортостан филиалы рәйесе. Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1998). Х е ҙ м.: Экономика потребления сернистых нефтей и нефтепродуктов. Уфа, 1963 (авторҙ.); Технология, экономика и автоматизация процессов переработки нефти и газа. М., 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019