ЙЫЛАНБАШ
ЙЫЛАНБАШ (Dracocephalum), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 45 төрө билдәле, башлыса Евразияның тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Бер, ике, күп йыллыҡ үләндәр. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Һабаҡтары төҙ, тармаҡлы, ҡайһы берҙә аҫҡы өлөштәре ағасҡа әйләнә, бейеклеге 10—70 см. Япраҡтары ланцет‑таҫма, сите осло бысҡы һымаҡ, һирәгерәк шыма, ултырма. Сәскәләре күк йәки шәмәхә төҫтә, ике иренле, эре (тимьян сәскәле Й. — ваҡ); тығыҙ шар һымаҡ йәки кәүшәк тәлгәшле сәскәлектәргә йыйылған ялған суҡтарҙа урынлашҡан. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — оҙонса шыма сәтләүек, июль—авг. өлгөрә. Йыланбашлы үлән һирәкләнгән урмандарҙа, ҡарағай урмандарында, далаларҙа, болондарҙа, ташлы һәм эзбизташлы битләүҙәрҙә үҫә, тимьян сәскәле Й. — ҡый үләне, баҫыуҙарҙа, башлыса ужым культураларының сәсеүлектәрендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Баллы үҫемлек. Шиңеүсән Й. урмандарҙа, ташлы һәм ҡомло битләүҙәрҙә үҫә, һирәкләп Ағиҙел алды урманлы далаһында осрай.
З.Р.Аҡъюлова
Тәрж. Г.А.Миһранова