Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛА

Просмотров: 836

 

ЙЫЛА, ҡарама (Ulmus), йыла һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, һирәгерәк тропик бүлкәтендә таралған. Й. төрҙәре ялан ҡарамаһы, ҡарама, ҡарағас исемдәре м‑н билдәле. Башҡортостанда шыма ҡарама һәм йыла үҫә. Япраҡ ҡойоусы, күләгәгә сыҙамлы ағас, 80—120 йылға (ҡайһы берҙә 400 йылға) тиклем үҫә. Сатыры башлыса йәйенке, олононоң бейеклеге 10—35 м, диам. 0,8—1,5 м тиклем. Олоно тармаҡлы, ҡайырыһы көрән, йәш ағастарҙыҡы шыма, һуңыраҡ бураҙналы, суғырмаҡлы, ҡалын, буй ярыҡлы. Үҙағасы һығылмалы, ҡаты, үҙәге ҡарағусҡыл көрән төҫтә. Тамыр системаһы ҡеүәтле, ҡайһы берҙәре тәрәнгә киткән, күптәренең өҫтә ятҡан (микориза үҫешә) тамырҙары бар. Япрағы ябай, осло, төбөндә тигеҙ ситле түгел, сите икешәрле‑бысҡы, ҡойолоусы япраҡ ҡолаҡсындары бар, сиратлы, һаплы. Сәскәһе күркһеҙ, оҙон сәскә һаптарында, ҡыңғырау каса рәүешле сәскә эргәлеге бар, һеркәстәре 5—6 миләүшә төҫөндәге һеркәлек м‑н, ике енесле; япраҡ ҡуйындарында шәлкемдәргә йәки баш рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Апр.—июндә сәскә ата. Емеше — эллипс формаһындағы яланғас ҡанатлы ваҡ сәтләүек, июндә өлгөрә. Шыма ҡарама һыубаҫар йылға туғайҙарында, киң япраҡлы урмандарҙа үҫә, башлыса Башҡортостандың Урал алдында осрай; йыла Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдында киң япраҡлы урмандарҙа, һыу айырғыс яйлаларҙа үҫә. Й. — тораҡ пункттарҙы йәшелләндереүҙә, һыу аҫты ҡоролмаларын, караптар төҙөүҙә, мебель етештереүҙә һ.б.; БР‑ҙа үҫтерелгән ялан ҡарамаһын баҫыу һаҡлаусы урман һыҙаттарында ҡулланалар. Мал аҙығы үҫемлектәре, техник үҫемлектәр.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.06.2023