Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛТАБАН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

Просмотров: 1006

ИЛТАБАН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Урал йылғаһында. Плотинаһы йылға тамағынан 2372 км алыҫлыҡта Учалы р‑ны Илтабан а. эргәһендә урынлашҡан. Һыуһаҡлағыстың һыу йыйыу бассейны 733 км2 (йылға басс. 0,3%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 98 млн м3; һыуһаҡлағыстың тулы күләме 4,9 млн м3; һыу өҫтө майҙаны 3,8 км2, оҙонлоғо 6,3 км, уртаса тәрәнлеге 1,3 м (макс. 4,2 м). Гидроузел составы: түбән баҫымға иҫәпләнгән, тупраҡтан өйөп һалынған быуа (оҙонлоғо 700 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 8 м, макс. бейеклеге 6,5 м), ташҡынды ағыҙғыс (оҙонлоғо 87 м, киңлеге 20 м), авария ваҡытында һыуҙы сығарыу өсөн 4 ҡорос торбанан торған сифон (диам. 0,5 м, оҙонлоғо 77,5 м). Һыуы сөсө, гидрокарбонат‑магнийлы, кальцийлы, магний‑кальцийлы. Тәғәйенләнеше — “Кровля” ААЙ‑н һыу менән тәьмин итеү. 1974 й. төҙөлә, 1998 й. үҙгәртеп ҡорола.

Л.Н.Ураҙбахтина

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019