КАЛИПСО
КАЛИПСО (Calypso), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө — һуғанбашлы К. билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, аҫҡы өлөшөндә һуғанбаш рәүешле йыуанайған, өҫкөһөндә 2—3 ярылы еңсә м‑н (редукцияланған япраҡтарҙың ҡалдыҡтары), бейеклеге 8—20 см. Япрағы ҡарағусҡыл йәшел төҫтә, яңғыҙар, киң йомортҡа формаһында, оҙон һаплы, ҡышлаусы, тамыр янында урынлашҡан. Сәскәһе хуш еҫле, яңғыҙар, эре, эйелгән; япраҡ эргәлегенең япраҡсалары ҡарағусҡыл ал төҫтә, тигеҙ тиерлек, тар ланцет формаһында, нур рәүешле таралған, оҙонлоғо 1,2—1,5 см. Ирене ситек формаһында, ҡыҙғылт‑көрән һыҙаттары һәм төрткөләре булған аҡһыл йәки һарғылт төҫтә, оҙонлоғо яҡынса 2 см. Һеркәлеге һалынҡы, поллинийҙары — 2. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — ҡоро ҡумта, июнь—июлдә өлгөрә. Күләгәле мүкле ылыҫлы урмандарҙа үҫә. Белорет (“Төньяҡ Ҡыраҡа” ҡурсаулығы), Бөрйән (Башҡорт ҡурсаулығы), Ҡариҙел (Байҡы й. тамағы һәм Яңы Йәнсәйет а. тирә‑яғы) һәм Нуриман (Өфө яйлаһы) р‑ндарында осрай. Декоратив үҫемлек. Составында алкалоидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Һирәк осрай торған үҫемлек, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова