Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАҒАН

Просмотров: 614

ҠАРАҒАН (Cotoneaster), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ: һыңар сәскәле Ҡ. — тәпәш үҫемлек, бейеклеге 0,5 м тиклем, бүре емеше — йәйенке сатырлы, кейеҙ-йөнтәҫ үренделе үҫемлек, бейеклеге 2 м тиклем. Япрағы ябай, киң йомортҡа йәки эллипс формаһында, бөтөн ситле, осо осло йәки тупаҡ, уйымлы. Сәскәһе ваҡ, йәшкелт аҡ йәки алһыу төҫтә, тәлгәш йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше еләк рәүешле, һарғылт ҡыҙыл йәки ҡара төҫтә, осонда 2—5 төш сығып тора, авг.—сент. өлгөрә. Асыҡ тау урмандарында, ташлы битләүҙәрҙә һәм тау тундраһында үҫкән һыңар сәскәле Ҡ. һирәкләп Белорет р‑нында, бүре емеше таулы далала, тау ҡарағайлыҡтары һәм ҡарағаслыҡтарының ваҡ ағаслыҡтарында осрай. Ҡ. составында С витамины, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы үҫемлек. Бүре емеше — декоратив үҫемлек, паркта һәм баҡсаларҙа үҫтерелә.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019