Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШЕМБАЙ ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 1392

ИШЕМБАЙ ЗАКАЗНИГЫ. 1971 й. һунар промыслаһы йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү өсөн зоологик заказник булараҡ ойошторола. Ишембай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Майҙаны — 58,5 мең га, 80,8%‑ын урман ҡаплаған. Заказник терр‑яһында бик күп ҡушылдыҡтары м‑н Егән й. аға; тәбиғәт ҡомартҡылары бар: Кәлим осҡан ҡаяһы, Салауат Юлаев мәмерйәһе, Ҡарауылтау, Ташөй мәмерйәһе һәм уның тирә‑яғы, Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Ҡыҙылташ һәм Селтәрлеуртаташ төбәктәре, Ҡолоҡ й. тирә‑яғы. Көнбайыш өлөшөндә тау эргәһе рельефлы, һөҙәкле‑убалы; көнсығыш өлөшөндә тигеҙ, айырым түбән һырттар бар (Бағаръяҙ, Биктәр, Кесе Арҡа һ.б.). Карст үҫешкән. Киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандар таралған, көньяҡ экспозицияһы битләүҙәрен болонло һәм ҡыуаҡлы далалар биләй. И.з. үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Браун күп рәтле абағаһы, БР‑ҙың һәм РФ-тың Ҡыҙыл китабына индерелгән Клер астрагалы, урыҫ сыбар сәскәһе. Бурһыҡ, аҡ ҡуян, үрғуян, ҡабан, һары шәшке, ҡоралай, һыуһар, йәтсә, төлкө, мышы, һоро айыу, америка шәшкеһе, һеләүһен, көҙән, ҡурпысыҡ, һуйыр, һуна өйрәк, сел, ҡор һ.б. йәшәй. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән төньяҡ шымамороно, Натузиус ваҡ ҡолаҡ ярғанаты, Наттерер төн күбәләге, яр төн күбәләге, баҡса ҡомағы, мөншөгөр, орсоҡ йылан, баҡыр йылан һ.б. төрҙәр, ш. уҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡара ҡауҙы, бөркөт, ҡом һайыҫҡаны, көсөгән, өкө, шаршы күкене, зөгәй, ҡыҙыл балыҡ, йылға бағыры, европа бәрҙеһе осрай.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019