Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛДАШЕВ Альберт Әкрәм улы

Просмотров: 1710

МУЛДАШЕВ Альберт Әкрәм улы (25.8.1954, БАССР‑ҙың Белорет районы Түбәнге Сермән а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Сермән а.), ботаник. Биология фәндәре кандидаты (1983). РФ‑тың атҡаҙанған экологы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1976). 1980 й. алып Өфө биология институтында эшләй: гербарий мөдире, 1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандағы үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең популяцион биологияһына, геоботаникаға, үҫемлектәрҙе системаға һалыуға, флорға һәм тәбиғәтте һаҡлауға арналған. М. тарафынан яңы таксондар — феостигма заты һәм астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған 4 төр (Грубов аянияһы, Роборовский аянияһы һ.б.) тасуирланған, тәүге тапҡыр БР‑ҙа 150‑нән ашыу төр үҫемлек үҫеүе асыҡланған. БР Ҡыҙыл китабының төп авторы. “БР‑ҙың һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһы” (2004) проектын эшләүҙә ҡатнашҡан, 4 тәбиғи паркты һәм 60 тәбиғәт ҡомартҡыһын фәнни яҡтан нигеҙләгән һәм проектлаған.

Хеҙм.: Охрана редких видов растений на Южном Урале. М., 1987 (авторҙ.); Определитель высших растений Башкирской АССР. М., 1989 (авторҙ.); Красная книга Республики Башкортостан. Т.1. Растения и грибы. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.08.2022
Связанные статьи: