Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУСИНА Ләлә Әхиәр ҡыҙы

Просмотров: 711

МУСИНА Ләлә Әхиәр ҡыҙы (4.6.1958, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман шәкәр заводы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Прибельский ҡсб), биолог. Биология фәндәре докторы (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1976 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда, 1983 й. — Өфө ҡ. 10‑сы дауаханаһында эшләй. 1988 й. башлап Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә: 1994 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2005 й. — лаборатория мөдире, 2011 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2007 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге туҡымаларҙы биоматериалдар ҡулланып трансплантациялауға арналған. М. тарафынан макрофагтарҙың популяциялары һәм уларҙың дегенератив-дистрофия ауырыуҙарын, шешеүҙәрҙе һ.б. дауалау өсөн биотрансплантаттар ҡулланғанда туҡымаларҙы регенерациялау роле өйрәнелә. М. тарафынан күҙәнәктәрҙе аллоген биоматериал менән стимуллаштырыуҙан һуң макрофагтарҙың уларҙы пролиферациялауға һәм дифференциациялауға көйләүсе тәьҫире асыла.

Хеҙм.: Правильно ли мы оперируем глаукому? К вопросу о патогенезе и лечении глаукомы. М., 2013 (авторҙ.); Регенеративная медицина. Уфа, 2014 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.07.2022