Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИҒМӘТУЛЛИН Тимербәк Ғәзиз улы

Просмотров: 1021

НИҒМӘТУЛЛИН Тимербәк Ғәзиз улы (20.5.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡай ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Бишбүләк районы Туҡай а., — 16.4.2006, Өфө ҡ.), биохимик. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1991). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1958 й. тиклем БАССР‑ҙың Ҡыйғы һәм Әлшәй райондарында ветеринар врач, 1961 й. алып Бөтә Союз эксперименталь ветеринария ҒТИ‑ның (Мәскәү ҡ.) өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1964 й. — “Иммунопрепарат” предприятиеһында (2002 й. тиклем лаборатория мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге бактериофагия мәсьәләләренә, бактериофагтарҙың ДНК структураһы үҙенсәлектәренә арналған. Н. етәкс. эсәк, эрен-шеш ауырыуҙарын дауалау өсөн бактериофагтарҙың таҙартылған препараттарын эшләү технологияһы уйлап табылған һәм етештереүгә индерелгән. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (1980).

  Х е ҙ м.: Новые препараты бактериофагов против наиболее распространённых гнойно-воспалительных заболеваний, их получение и характеристика //Роль иммунобиологических препаратов в современной медицине: материалы Междунар. симп. Уфа, 1995.  

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022