Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИТРИФИКАЦИЯ

Просмотров: 1493

НИТРИФИКАЦИЯ (гр. niј tron — селитра, сода һәм лат. facio — эшләйем), аммонийлы берләшмәләрҙең нитрификатор-бактериялар ярҙамында нитраттарға тиклем биол. окисланыу процесы. Н. тупраҡта һәм һыу ятҡылыҡтарында бара, органик берләшмәләрҙең аммонийлашыуҙан башланған минераллашыу процесын тамамлай. Азот әйләнешенең иң мөһим этаптарының береһе һәм тәбиғәттә нитраттар барлыҡҡа килеүҙең төп юлы, үҫемлектәрҙең азот м‑н туҡланыуының төп формаһы булып тора. Н. 2 этапта бара: нитрозобактериялар аммиакты нитритҡа тиклем окислай, шунан һуң нитробактериялар нитритты нитратҡа тиклем окислай. Нитраттарҙың кәрәгенән артыҡ йыйылыуы тирә-яҡ мөхитте бысрата. 20 б. 70—90‑сы йй. респ. тупраҡтарында Н. процесын өйрәнеү Биология институтында (Ф.Х.Хәзиев, И.Ҡ.Хәбиров, Н.С.Наумов), Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә.Кирәева), Аграр университетта (Н.М.Нурмөхәмәтов) үткәрелә. 

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019