Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛТЫ, һырт

Просмотров: 987

ҠАЛТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Байғулла й. (Төлмәй й. ҡушылдығы) башынан Манышты й. (Инйәр й. ҡушылдығы) киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Абс. бейеклеге 725 м. Һыртты Төлмән й. ике өлөшкә бүлә: төньяҡ (оҙонлоғо 6 км, киңлеге 3,5 км тиклем) һәм көньяҡ (оҙонлоғо 18 км, киңлеге 3 км). Төньяҡ өлөшөнөң рельефы ҡатмарлы: көнсығыш битләүҙәре һөҙәк (ауышлығы 5—8°), көнбайышы — текә (30° тиклем), күп һанлы уйһыулыҡтар м‑н ҡатмарланған. Көньяҡ өлөшөнөң битләүҙәре текә, таш ишелмәләре бар. Елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, конгломераттарынан, алевролиттарынан һәм аргиллиттарынан тора. Ҡ. итәгендә Төлмәй й. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: шыршы‑аҡ шыршы урмандары һирәк урмандар һәм бейек таулы яланғас болондар м‑н алмашына, юғарыраҡ тау тундраһы башлана. Төньяҡ өлөшөн йәйелеп үҫкән тәпәш шыршылар (бейеклектәре 5—8 м), көньяҡ өлөшөн бейек (1,5 м тиклем) ҡуйы үлән (бейек мүктәк, урман ҡолонғойроғо, ябай ҡуян ҡолағы һ.б.) үҫкән урманлы аҡландар биләй. Ҡ. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019