Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫ МӘТРҮШ

Просмотров: 1133

ҺАРЫ МӘТРҮШ (Hypericum), һары мәтрүш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да субтропик бүлкәтендә, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм тропик тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында, һирәгерәк 4 ҡырлы, төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 15—90 см. Япраҡтары ябай, эллипс һымаҡ, шыма ситле, ултырма йәки ҡыҫҡа һаплы, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан, һирәк осраҡта суҡлы, үтә күренмәле йәки ҡара төрткөлө биҙсәләре бар. Сәскәләре асыҡ һары йәки ҡыҙғылт төҫтә, киң һепертке башлы йәки ҡалҡан сәскәлеккә йыйылған. Май—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Болондарҙа, урман ситтәрендә, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, болонло далаларҙа үҫә, нәфис Һ.м., төклө Һ.м., төрткөлө Һ.м. респ. бөтә терр‑яһы буйлап, таплы Һ.м. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған. Төрткөлө Һ.м. — баллы, дарыу үҫемлеге.

Ә.Х.Ғәлиева Т

әрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019