Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗИГОМИЦЕТТАР

Просмотров: 1412

ЗИГОМИЦЕТТАР (Zygomycetes), бәшмәктәр бүлеге. 4 тәртибе (зоопаг, мукор, эндогоний, энтомофтор бәшмәктәр), 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 4 тәртибе, 200‑ҙән ашыу төрө бар. З. вегетатив тәне – яҡшы үҫешкән күп ядролы (септирланмаған) мицелий. Төп билдәһе — һуңынан тыныс хәлдәге зигоспора барлыҡҡа килтереүсе зигогам енси процесс, был ваҡытта терәк гифтарҙан бүлгеләр м‑н бүленгән, гаметаларға айырылмаған 2 күҙәнәктең эстәлеге ҡойола. Күпселек төрҙәрҙә был күҙәнәктәр — төрлө мицелийҙарға (гетероталлик төр), ҡайһы берҙәрендә бер үк мицелийға (гомоталлик) ҡарай. Ҡайһы берҙә тыныс хәлдәге спора күҙәнәктәр ҡушылмаһа ла килеп сыға (азигоспора). Споралар шытҡанда спорангиялы гиф ептәре барлыҡҡа килә. Енси булмаған үрсеү ағзаларының төҙөлөшө төрлө: хәрәкәтһеҙ споралар спорангияларҙың эсендә (спорангиоспорала) йәки конидия йөрөтөүселәрҙә (конидиоспорала) үҫешә. Тупраҡта, тиреҫтә тереклек итеүсе сапротрофтар (мукорҙар, эндогонийҙар); амёбаларҙың, нематодаларҙың, бөжәк ҡарышлауыҡтарының (зоопагтар), талпандарҙың, ҡырғаяҡтарҙың, үрмәкселәрҙең һәм бөжәктәрҙең (энтомофторҙар), имеҙеүселәрҙең һәм кешенең (базидиоболус, энтомофтора төркөмдәренә ҡараған ҡайһы бер энтомофторҙар) паразиттары. Эндогоне төрҙәре ҡайын еләге, бойҙай, алмағас һ.б. ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр м‑н микоризаға инә. Мукорҙар мал аҙығында һәм аҙыҡ продуктында аҡ үңәҙ формаһында үҫешә, уларҙың боҙолоуына килтерә. Мукор, ризопус, фикомицестың һ.б. ҡайһы бер төрҙәре — микробиология сәнәғәтендә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә, энтомофторҙарҙың төрҙәре ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары м‑н көрәштә ҡулланыла.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: