Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРӘСИН

Просмотров: 919

КӘРӘСИН (ингл. kerosene), углеводородтар ҡатышмаһы, күпселеге С9—С16. Тәғәйенләнеше б‑са авиация, техник, яҡтыртыу һәм эреткес К. айырыла. Химик составына һәм эшкәртелеү ысулына бәйле К. туйынған алифатик (20—60%), нафтенлы (20—50%), ароматик (5—25%), туйынмаған (2%‑ҡа тиклем) углеводородтар, ш. уҡ көкөрт, азот йәки кислород берләшмәләренең ҡатышмалары инә. Төҫһөҙҙән алып зәңгәр төҫмөрлө аҡһыл‑һороға тиклем шыйыҡлыҡ. Тығыҙлығы 780—850 кг/м3, tтоҡаныу 28—72°С, 110—320°С аралыҡтағы т‑рала ҡайнап сыға. К. атмосфера баҫымында нефть ҡыуыу юлы м‑н алалар. Кәрәк булғанда К. химик реагенттар ҡулланып артабан таҙартыу, гидрирлау йәки гидротаҙартыу башҡарыла. К. реактив яғыулыҡ сифатында, яҡтыртыу өсөн, медицинала һ.б. файҙаланалар. Башҡортостанда 1942 й. Ишембай НЭЗ‑ында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) трактор К., лигроин етештереү башлана, автолдың тәжрибә партияһы алына. Б.В. һуғышы йылдарында һәм 40—50‑се йй. аҙ. Ишембай НЭЗ‑ының продукцияһы илебеҙҙең көнсығыш төбәктәре пр‑тиеларында, ш. иҫ. БАССР һәм Силәбе өлк. тракторҙар паркында, файҙаланыла. 1948 й. Өфө НЭЗ‑ында фракцияны нефть эшкәртеү ҡалдыҡтарынан алыу юлы м‑н трактор К. етештереү үҙләштерелә. 50‑се йй. аҙ. Яһалма шыйыҡ яғыулыҡ баш идаралығының 18‑се комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) яҡтыртыу К. етештереү үҙләштерелә, ул Һиндостанға ебәрелеп тора. К. алыуҙың булған технологияларын камиллаштырыу һәм яңыларын табыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 50‑се йй. башында Өфө НЭЗ‑ының лаб. үткәрелә (Б.М.Ежов, В.С.Новокшенов, А.С.Эйгенсон һ.б.).

А.Ф.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: