Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛҺАМОВ Марат Әҡсән улы

Просмотров: 1917

ИЛҺАМОВ Марат Әҡсән улы (8.4.1934, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ярлыҡап а.), инженер-механик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), БР ФА акад. (1998), физика‑матем. ф. д‑ры (1970), проф. (1972). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) 100‑сө почта йәшниге тәжрибә КБ‑нда эшләй (Өфө). 1962—91 йй. СССР ФА‑ның Ҡазан фәнни үҙәгенең Физика‑техник ин‑тында (1964 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1971—83 йй. лаб. мөдире, 1989 й. — дир. урынбаҫары), бер үк ваҡытта 1972—85 йй. Ҡазан ун‑ты проф., 1977—89 йй. СССР ФА‑ның Ҡазан филиалы Президиумы рәйесе урынбаҫары; 1991 й. башлап РФА‑ның Ҡазан фәнни үҙәгенең Механика һәм машиналар эшләү ин‑ты директоры. 1996 й. алып Өфөлә: РФА‑ның Өфө ФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары, бер үк ваҡытта БР ФА‑ның вице-президенты, 2004 й. башлап президенты, 2006 й. — президент советнигы, бер үк ваҡытта 1996 й. алып РФА‑ның Ҡазан фәнни үҙәгендәге Механика һәм машиналар эшләү ин‑тының ғилми етәксеһе, РФА‑ның Өфө ФҮ‑нең Механика ин‑тында лаб. мөдире, 2001—09 йй. БДУ‑ның тотош мөхиттәр механикаһы каф. мөдире, 2005 й. — РФА советнигы. Фәнни эшмәкәрлеге деформациялана торған ҡаты есемдең механикаһына, көплөктәрҙең аэрогидроһығылмалылығына арналған. И. һөҙөмтәләре аэройыһан һәм атом техникаһында, суднолар төҙөүҙә, нефтехимия, энергетикала динамик күренештәрҙе һәм эш башҡарыу процестарын проектлауҙа һәм анализлауҙа ҡулланыла. Аэро‑ һәм гидроһығылмалылыҡ фәнен өйрәнеү б‑са фәнни мәктәп ойошторған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1998 й. алып Башҡорт энциклопедияһының баш мөхәррире. БР‑ҙың (2003), ТР‑ҙың (2012) фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1976), Дуҫлыҡ (1995), Салауат Юлаев (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Колебания упругих оболочек, содержащих жидкость и газ. М., 1969; Введение в нелинейную гидроупругость. М., 1991; Studies in Nonlinear Aeroelasticity. New York [etc.], 1988 (авторҙ.).

Әҙәб.: Коллеги, ученики и друзья о Марате Аксановиче Ильгамове //Вестник академии наук Республики Башкортостан. 2004. т. 9. №1; Кутлугаллямов М. Формула прочности. Уфа, 2004.

М.А.Сәйетова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: