Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОВШОВА Наталья Венедиктовна

Просмотров: 1080

КОВШОВА Наталья Венедиктовна (26.11.1920, Өфө ҡ. — 14.8.1942, Ленинград өлкәһе Сутоки-Бяково а. янында, Новгород өлкәһе Коровитчино а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Снайперҙар мәктәбен тамамлағандан һуң (1942 й. ғинуарында) Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се удар армияның 130‑сы уҡсылар дивизияһы 528‑се уҡсылар полкы снайперы рядовой К. 14 авгусында Сутоки-Бяково а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) ордендары менән бүләкләнгән. Мәскәү һәм Өфө ҡҡ. урамға, теплоходҡа, Өфөнөң 155‑се лицейына К. исеме бирелгән. Уға Өфө һәм Силәбе ҡҡ. һәйкәл, Өфө йорттарының береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 1989 й. алып Өфөлә К. иҫтәлегенә арналған еңел атлетика ярыштары үткәрелә.

 Әҙәб.: И в а н о в а Е. Вечный огонь //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968; Н а т ы к и н В. Помните их имена. Новгород, 1981.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023