Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРЫМ ҺУҒЫШЫ (1853—56)

Просмотров: 1483

ҠЫРЫМ ҺУҒЫШЫ (1853—56), Көнсығыш һуғышы, Яҡын Көнсығышта хаҡимлыҡ итеү өсөн Рәсәй м‑н Бөйөк Британия, Сардиния, Төркиә һәм Франция коалицияһы араһында була. Ҡоро ер ғәскәрҙәре — Балҡанда һәм Кавказда, Балтик буйында, Ҡара диңгеҙ буйында (башлыса — Ҡырымда) һәм Камчаткала, флот Ҡара диңгеҙҙә, Балтик, Аҡ һәм Баренц диңгеҙҙәрендә, Тымыҡ океанда хәрби хәрәкәттәр алып барған. Молдавияла, 1854 й. алып Ҡырымда һуғышҡан рус армияһы составында Бутырск пехота полкы, 1‑се һәм 2‑се Урал казак полктары, 1855 й. — Балтик буйында 1‑се һәм 3‑сө башҡорт полктары һәм 2‑се йыйылма Ырымбур казак полкы була. Бутырск пехота һәм Урал казак полктары Блокада корпусы составында 1854—55 йй. Севастополде обороналауҙа, Рига күсмә корпусы һәм Эстляндия күҙәтеү отряды составында 1‑се һәм 3‑сө башҡ. полктары 1855—56 йй. Балтик буйында инглиз һәм француз десанттарын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ҡатнашыусылар “1853— 1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. Ырымбур губернаһында резервта 2‑се һәм 4‑се башҡ. полктары, ш. уҡ күсмә дәүләт ополчениеһы дружиналары була. 1856 й. май уртаһына ополчение файҙаһына Ырымбур сауҙагәрҙәре 1 мең һум, Башҡорт ғәскәре һәм Ырымбур казак ғәскәре кантондары халҡы 65 мең һум көмөш аҡса йыя.

Әҙәб.: Богданович М.И. Восточная война 1853—1856 гг.: в 4 т. СПб., 1877; Зайончковский А.М. Восточная война. 1853—1856: в 2 т. СПб., 2002. 

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019