Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТТЕҢ КИСЛОРОДОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1250

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ, порфирин молекулаһының N—H группаһында бер йәки ике водород атомын металл катионына алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән берләшмәләр. Пирролдың дүрт порфин ҡулсаһынан төҙөлгән структураһы пор‑ фирин молекулаһының нигеҙе булып тора. Тәбиғи порфириндар алмаштырыусылары (метил, этил, винил группалары, һеркә һәм пропион к‑таһы ҡалдыҡтары) м‑н айырыла. Тәбиғәттә күберәк тимер‑ (гемоглобин) һәм магний‑ (хлорофилл) порфирин комплекстары билдәле. Порфириндар ш. уҡ ҡош ҡауырһындарында, моллюск ҡабырсаҡтарында, нефттә, битумда һәм ер аҫты органик ҡалдыҡтарында табылған. Нефть өсөн структураһында никель һәм ванадий комплекстары булыуы хас. Никель‑порфирин ком‑ плекстары — ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге ҡаты матдәләр, уларҙың органик эреткестәрҙәге эретмәләре ҡуйы һары төҫтә. Ванадий‑порфирин комплекстарының эретмәләре ҡараһыу ҡыҙыл төҫкә буялған. Н.м‑п.к. һыуҙа — насар, азотлы нигеҙҙәрҙә (хинолин, пи‑ ридин, диметилформамид) яҡшы эрей, йылыға тотороҡло, өҫкө йөҙҙә ярайһы уҡ актив, электрофил алыштырыу, моно‑ һәм дианиондар барлыҡҡа килтереп электрохимик ҡайтарылыу реакцияларына инә. Н.м‑п.к. углеводородтарҙы окислауҙа һәм эпоксидлауҙа — катализатор, биотехнологияла адсорбент, буяу, мед. препараттары итеп ҡулланалар. Башҡортостанда Н.м‑п.к. тикшереү 20 б. 70‑се йй. Нефть техник университетында Ю.М.Абыҙгилдин, И.Л.Мархасин, З.И.Сөнәев етәкс. башлана. Порфириндарҙың Арлан нефтендә масса б‑са концентрацияһы уртаса 0,031% тәшкил итеүе асыҡланған. Н.м‑п.к. Волга‑Урал өлкәһендәге нефттәге миҡдары масса б‑са 0,2%‑ҡа етә. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ хеҙм‑рҙәре (Ф.Г. Унгер) Геология институты хеҙм‑рҙәре (Э.И.Триф, К.С.Яруллин) м‑н берлектә БР ятҡылыҡтарының төрлө йәштәге нефтле тоҡомдарында бырауланған 378 скважинаның нефтен анализлап, ванадий һәм никель күбеһенсә нефттең асфальтлы-ыҫмалалы өлөшөндә осрауын күрһәтә. Н.м‑п.к. ш. уҡ нефть ҡалдыҡтарында — мазут һәм гудронда концентрациялана. БДУ‑ла (Г.М. Гусманова) ӨНИ (Мархасин) м‑н берлектә металл‑порфирин комплекстарының нефттең өҫкө активлығына тәьҫире тикшерелә. 80‑се йй. Н.К.Ляпина етәкс. Химия институты (ҡара: Органик химия институты) хеҙм‑рҙәре Р.Н.Фәхретдинов етәкс. “НИИнефтеотдача” ин‑ты хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә Башҡортостан Респ. (Арлан, Ишембай, Өршәк ятҡылыҡтары), Татарстанда (Ромашкин ятҡылығы), Коми республикаһында (Ярег ятҡылығы), Себерҙә (Талин, Көньяҡ-Сургут), Каспий эргәһе уйпатлыҡтарында (Жанажол, Тенгиз ятҡылыҡтары) сығарылған һәм ҡалдыҡ нефть ятҡылыҡтарындағы Н.м‑п.к. тикшерелә. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда ӨНИ м‑н берлектә металһыҙлаштырыу технологияһы эшләнә.

Әҙәб.: Порфирины и металлопорфириновые комплексы нефтей. М., 1977.   

Н.К.Ляпина

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: