Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИМЕР ЕЛЕМДӘР

Просмотров: 917

ПОЛИМЕР ЕЛЕМДӘР, а д г е з и в т а р, төрлө материалдарҙы уларҙың өҫкө йөҙөндә һәм елем ҡатламында адгезив бәйләнеш барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә тоташтырыу (йәбештереү) һәләтенә эйә булған полимерҙар йәки полимер барлыҡҡа килтергән матдәләр нигеҙендәге композициялар. Килеп сығышы б‑са тәбиғи хайуан (альбумин, глютин, казеин) һәм үҫемлек (декстрин, крахмал нигеҙендә һ.б.), синтетик термопластик (полиакрил, полиамид, поливинилацетат, поливинилхлорид, полиэтилен һ.б.), термореактив (полиуретан, фенол‑формальдегид, эпоксид һ.б.) һәм резина (каучуктар нигеҙендә) П.е. бүленәләр. Агрегат хәле б‑са шыйыҡ (эретмәләр, суспензиялар, эмульсиялар) һәм ҡаты (гранулалар, плёнкалар, сыбыҡсалар), компоненттар һаны б‑са — бер‑ һәм күп компонентлыларға айырыла. П.е., полимерҙарҙан тыш, үҙ эсенә тултырғыстар, эреткестәр, пластификаторҙар, адгезион актив өҫтәмәләр алыуы мөмкин. Компоненттарҙы елем бутағыстарҙа бер төрлө масса барлыҡҡа килгәнсе бутайҙар, артабан ҡатышмаға экструзия, шымартыу, вальцовкалау, эретмә һиптереү һәм киптереү м‑н кәрәкле форма бирәләр йәки һауыттарға (канистрҙар, тубалар, флакондар) тултыралар. Йәбештереү процесы башта өҫкө йөҙҙәрҙе эшкәртеү (таҙартыу һәм активациялау), П.е. һайлау һәм өҫкө йөҙҙәргә һылау ысулы (механизацияланған йәки бумала, валик, шпатель м‑н), йәбештерелә торған йөҙҙәрҙе тоташтырыу һәм артабан оҙаҡ тотоуҙы үҙ эсенә ала. Адгезион бәйләнеш эреткестең һыуыныуы йәки парға әйләнеүе һөҙөмтәһендә полимерҙың ҡатыуы, полимер‑реактопластың ҡаты хәлгә килеүе иҫәбенә эластомерҙы бүлмә һәм унан юғары т‑рала вулканизациялау ваҡытында барлыҡҡа килә. Елем берләшмәләре һыу‑, бензо‑, май‑, бәшмәккә ҡаршы тотороҡло, —200°С‑тан 300°С тиклем т‑раларҙа оҙаҡ файҙаланыу һәләтенә эйә. Башҡортостанда П.е. етештерер өсөн эре сеймал базаһы бар (ҡара: Химия сәнәғәте). 80—90‑сы йй. каучуктар нигеҙендә Контактол, Бустилат‑М, Бутекс универсаль елемдәре (“Авангард” пр‑тиеһы), универсаль эпоксид һәм карбоксиметилцеллюлоза нигеҙендә обой өсөн (“Уфахимпром” ААЙ), аяҡ кейеме өсөн 152‑И маркалы полихлоропрен һәм 900‑И маркалы полиуретан (“Башкелме” ААЙ), резиналарҙы йәбештерер өсөн каучуктар нигеҙендә 4508, 88 СА, 4НБ‑УВ, 8‑2572, Асмол маркалы (Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы), ҡағыҙ, картон, ағас йәбештерер өсөн Эко‑Универсал акрил елемдәре (“ХИМЭКС” ҒПП) сығарыла. Шулай уҡ ҡағыҙ өсөн елем нигеҙе булған шыйыҡ натрий быялаһы һ.б. (“Салаватстекло” ААЙ) һәм сикләнгән күләмдә, аяҡ кейеме һәм күн‑галантерея изделиелары елеменең нигеҙе булған хлорлы поливинилхлорид ыҫмалаһы етештерелә (“Каустик”). П.е. еңел сәнәғәттә, төҙөлөштә, авиа‑, машиналар эшләүҙә һ.б. төрлө материалдарҙы йәбештерер өсөн файҙаланыла (ағас, ҡағыҙ, быяла, керамика, металдар һ.б.); полихлоропрен һәм полиуретан П.е. — көнкүреш хеҙмәте пр‑тиеларында; карбамидформальдегид, фенол‑формальдегид һ.б. П.е. — ағас эшкәртеү сәнәғәтендә; карбоксиметилцеллюлоза, крахмал, поливинилацетат П.е. — типографияларҙа; поливинилбутираль елем плёнкаһы — триплекс күп ҡатлы хәүефһеҙ быяла (“Салаватстекло”); тәбиғи каучук нигеҙендәге резина елемдәре — резина‑техник изделиелар (Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар з‑ды) етештереүҙә ҡулланыла. 70— 90‑сы йй. Органик химия ин‑тында яңы махсус тәғәйенләнешле П.е. эшләү һәм камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла, 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында Ю.А.Сангалов тарафынан РФ‑та тәүгеләрҙән булып П.е. яңы төрө — энтомологик елем һәм ҡағыҙҙың ҡалтайыуын кәметкән аҙ күләмдә глицерин өҫтәлгән шыйыҡ натрий быялаһының модификацияһы булдырыла. Г.А.Толстиков, Г.В.Леплянин, А.И. Воробьева Мед. ФА акад. В.С.Савельев (Мәскәү), В.В.Плечев (Өфө) м‑н берлектә организмдың йомшаҡ туҡымаларын тоташтырыр өсөн хирургияла, травматологияла, стоматологияла һ.б. ҡулланылған Сульфакрилат елем композицияһы (бутилакрилат һәм сульфоланметакрилат м‑н этил‑α‑цианакрилат) эшләнә. Шулай уҡ ул тегеү материалдарына (кетгут, капрон, лавсан) пролонгирланған үҙсәнлектәр биреү өсөн файҙаланыла. Калининград, Мәскәү, Һамар, С.‑Петербург, Өфө, Хабаровск һ.б. ҡалаларҙың 30‑ҙан ашыу мед. учрежденияларына индерелгән. 50 меңгә яҡын ампула етештерелгән.

Әҙәб.: К а р д а ш о в Д.А. Синтетические клеи. 3‑е изд., перераб. и доп. М., 1976; К а р д а ш о в Д.А., П е т р о в а А.П. Полимерные клеи: cоздание и применение. М., 1983; П р и т ы к и н Л.М., К а р д а ш о в Д.А., В а к у л а В.Л. Мономерные клеи. М., 1988.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: