Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Шәүҡәт улы

Просмотров: 999

ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Шәүкәт улы (10.2.1959, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Миндәк ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1984—2007 йй. (өҙөклөктәр м‑н) БДУ‑ла, 1996—98 йй. В.А.Стеклов ис. Математика ин‑тында (Мәскәү) эшләй. 2007 й. алып Иҫәпләү үҙәге булған Математика ин‑тында бүлек мөдире. 2002—03 йй. Ля-Рошель ун‑тында (Франция) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләргә, вариациялы иҫәпләмәгә, стохастик процестарҙы тикшереүгә, һанса ысулдарға арналған. И. бифуркацияларҙы табыуҙың дауамлы функционалының, ҡатлауҙарға бүленеү б‑са һыҙыҡлы булмаған спектраль анализдың, стационар булмаған мәсьәләләрҙең критик нөктәләрен ике яҡлы вариациялы иҫәпләү ысулдарын уйлап таба; һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһының асыҡ ҡалған бер нисә проблемаһын хәл итә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Исчисление бифуркаций методом продолженного функционала //Функциональный анализ и его приложения. 2007. Т.41; Hopf boundary maximum principle violation for semilinear elliptic equations //Nonlinear Analysis: Theory, Methods & Applications. Series A: Theory and Methods. 2010. Vol.72 № 7—8 (авторҙ.).

C.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: