Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҺАЛМА КҮН

Просмотров: 1238

ЯҺАЛМА КҮН, техник, галантерея изделиеларын әҙерләү, аяҡ кейеме, өҫ кейеме, баш кейеме тегеү өсөн тире урынына ҡулланылған полимер материал. Етештереү ысулы, баштағы материал тибы б‑са аяҡ кейеме резинаһына, ҡаты йәки йомшаҡ Я.к. (ҡатырға тибындағы); тәғәйенләнеше б‑са — аяҡ кейеме, өҫ кейеме, галантерея тауарҙары, тышлау, тышлау‑йөҙләү, декоратив‑хужалыҡ, техник һ.б. төрҙәргә бүленә. Я.к. тышҡы күренеше һәм физик‑химик үҙсәнлектәре б‑са бер төрлө булыу, махсус үҙсәнлектәр биреү һәм уларҙы киң сиктәрҙә маҡсатлы үҙгәртеү мөмкинлеге, тышҡы күренешен һәм баштағы үҙсәнлектәрен оҙайлы һаҡлап файҙаланыу, эстетик үҙсәнлектәренең төрлө климат шарттарында һаҡланыуы хас. Я.к. технологик өҫтөнлөктәргә эйә: продукт сифатының тотороҡло булыуы, етештереүҙе юғары кимәлдә автоматлаштырып ағым ысулы м‑н ойоштороу мөмкинлеге, башҡа сәнәғәт тармаҡтарының (ҡағыҙ, резина, туҡыма) техник алымдарын, ш. уҡ синтетик полимерҙарҙы эшкәртеү ысулдарын үҙләштереү мөмкинлеге. Технологик операцияларҙың характерына бәйле күҙәнәкле (күҙәнәктәре ябылған), көпшәк (тоташҡан күҙәнәктәре асыҡ булған) һәм ҡатнаш (формаһы һәм үлсәмдәре төрлө булған ябыҡ һәм асыҡ күҙәнәктәрҙең бергә булыуы) күп ҡатлы структуралар айырыла; уларҙың полимер ҡаплауҙары монолит, күҙәнәкле‑монолит һәм күҙә­нәкле булыуы мөмкин. Аяҡ кейеме һәм галантерея ҡатырғалары тибындағы (целлюлоза, кизе‑мамыҡ сүстәр һәм онталған тире ҡалдыҡтарын сайырлы елемдәр, битум‑сайырлы эмульсиялар, бутадиен‑стирол, поливинилацетат һ.б. латекстар нигеҙендәге; сүстәр массаһынан 25—35% тәшкил итә) ҡаты Я.к. төп өҫтөнлөгө булып физик‑механик үҙсәнлектәрен еүеш хәлдә һаҡлау тора. Йомшаҡ Я.к. — аяҡ кейеме, күн‑галантерея, полигра­фия сәнәғәттәре, транспорт машиналары эшләү һ.б. өсөн тәғәйенләнгән полимер ҡаплауҙар өҫкө йөҙөнә һөртөлгән сүстәр нигеҙендәге төргәкле материалдар. Ҡайһы бер Я.к. ышҡылыуға тотороҡло булыу (поливинилхлорид һеңдерелә), утҡа сыҙамлылыҡ (хлоропрен латексы һәм шыйыҡ быяла файҙаланыла), өҫтө замша күн һымаҡ (материалды абразивлы туҡыма м‑н эшкәрткәндә) булыу һ.б. хас. Туҡылмаған ультра нәҙек сүстәр нигеҙендәге Я.к. юғары гигиена талаптарына яуап бирә.

Башҡортостанда 1970 й. алып Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе резиналар, полиуретандар, поливинилхлорид нигеҙендәге төрлө тәғәйенләнешле Я.к. төрлө композицияларҙы — иретмәләрҙе, пластизолдәрҙе, дисперсияларҙы, эретмәләрҙе һ.б. туҡымаға, трикотажға, ҡағыҙға, туҡылмаған нигеҙгә һ.б. ялатыу юлы м‑н сығара (Рәсәйҙә сығарылғандың яҡынса 50%‑ы). Я.к. каландр (алдан һеңдереп алғандан һуң бер нисә полимер ҡатламы һөртөлә), күсереү ысулы (үтәнән‑үтә йәки өҫтөнә һеңдереү, уларҙы өҫтөнә биҙәүле ҡатлам ялатып берләштереү) м‑н алына. Автомобиль, һауа, т. юл транспорты (үҙенән‑үҙе һүнеүсән, янғын ҡурҡынысы булмаған, тропик һәм һыуыҡ климат шарттарында файҙаланылған), мебель сәнәғәте өсөн (ҡаты, ярым йомшаҡ мебелде, офис мебелен һ.б. тышлау), биҙәү, аяҡ кейеме, галантерея материалдары, тегеү сәнәғәте өсөн материалдар, көнкүреш тәғәйенләнешле материалдар (реклама щиттары, сауҙа палаткалары, ишектәрҙе биҙәү һ.б.) сифатында Я.к. сығарыла. Йомшаҡ Я.к. етештереү күләме 2000 й. 11020 мең м2, 2005 й. — 14026, 2008 й. 12903 м2 тәшкил итә. Продукция РФ төбәктәренә һәм яҡын сит илдәргә ебәрелә.

Поливинилхлорид нигеҙендәге Я.к. химияһы һәм технологиялары өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 70—80‑се йй. БДУ‑ла үткәрелә (С.В. Колесов, К.С.Минскер). Композициялар­ҙың юғары т‑раға сыҙамлы булыуын арттырыу өсөн паста рәүешендәге стабилизаторҙар (кальций, барий, цинк карбоксилаттары, ш. уҡ уларҙың ҡатышмалары) ҡатмарлы эфирлы пластификаторҙар (диоктил‑, дибутилфталат) мөхитендә синтезлана. Суспензиялы һәм эмульсион поливинилхлоридты һәм улар нигеҙендәге композицияларҙы стабилләштереү ваҡытында улар­ҙың һөҙөмтәле булыуы асыҡлана. Ярашлы фәнни‑техник документация (техник шарттар, регламент, токсикология паспорты) эшләнә. Нефтекама яһалма күн ПБ‑нда юғары т‑раға сыҙамлы Я.к. етештереү процестарына һынауҙар үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Газ менән тулыландырылған полимерҙар, Пластикат.

Әҙәб.: Химия и технология полимерных плёночных материалов и искусственной кожи: в 2 ч. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1981; Химия и технология кожи и меха. 4‑е изд., перераб. и доп. М., 1985.

К.С.Минскер

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: