Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛЬЦОВА Элеонора Моисеевна

Просмотров: 897

КОЛЬЦОВА Элеонора Моисеевна (9.3.1946, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1996). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). Томск ун‑тын тамамлаған (1970). 1964—65 йй. 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында эшләй (Өфө). 1970 й. алып Мәскәүҙә: Машиналар эшләү проект‑конструкторлыҡ технология ин‑тында, 1972—74 йй. Бөтә Союз ауыр иреүсән металдар һәм ҡаты иретмәләр ғилми‑тикшеренеү һәм проектлау ин‑тында, 1978 й. алып Бөтә Союз химик реактивтар һәм айырыуса таҙа химик матдәләр ҒТИ‑нда эшләй, 1981 й. башлап Д.И.Менделеев ис. Рәсәй химия‑технология ун‑тында уҡыта, 2008 й. алып мәғлүмәт компьютер технологиялары каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре кире ҡайтмаҫ процестар термодинамикаһы, синергетика теорияһы, химик технология процестарын һүрәтләү өсөн тура булмаған динамика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. К. фракталь мөхиттәр, ш. иҫ. мембрана һәм фаза‑ара гетероген ҡатламдар аша масса күсерешен һүрәтләүсе ваҡыт арауығында үҙгәреүсе кәсер сығарылмалы тигеҙләмәнең яңы төрөн уйлап таба. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (2002).

Хеҙм.: Системный анализ процессов химической технологии: процессы массовой кристаллизации из растворов и газовой фазы. М., 1983 (авторҙ.); Методы синергетики в химии и химической технологии. М., 1999 (авторҙ.); Моделирование синтеза углеродных нанотрубок. Саарбрюкен, 2012 (авторҙ.).

А.П.Жуков

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019