КӘРИМОВ Ҡәүи Кәрим улы
КӘРИМОВ Ҡәүи Кәрим улы (15.1.1947, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Яңғыҙнарат а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1990), БР‑ҙың белем биреү отличнигы (1997), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Тәтешле урта мәктәбендә, 1972 й. алып Бөрө пед. ин‑тында эшләй. 1986 й. башлап БДПУ‑ла: 1988 й. алып ситтән тороп уҡыу б‑са, 1993—97 йй. уҡытыу-тәрбиә эше б‑са проректор, 1999—2008 йй. башҡ. филол. ф‑ты деканы. 2009 й. башлап БР ФА вице-президенты ярҙамсыһы, 2010 й. — ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре 18—20 бб. Башҡортостанда фәндең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш проблемаларына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Наука Башкирии в строительстве социализма. Уфа, 1986; Наука в дореволюционном Башкортостане. Уфа, 1999; Очерки истории культуры Башкортостана (1917—1997 гг.). Уфа, 1999; Развитие науки в Башкортостане: вторая половина XVIII — первая половина XX в. М., 2008.
Г.Т.Хөсәйенова
Тәрж. М.Х.Хужин