Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

Просмотров: 935

ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, интеграл тамғаһы аҫтында торған билдәһеҙ функцияһы булған тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡһыҙ, тиң һәм тиң булмаған И.т. айырыла. Күренештәрҙе һәм процестарҙы (ҡылдарҙың һәм мембраналарҙың тирбәлеүен, нурланыш энергияһының күсерелеүен, диффузияны, ваҡиғаның ихтималлығын һ.б.) тәьҫир итеүсе бөтә көстәрҙең балансын иҫәпләп сығарыу юлы м‑н матем. тасуирлау өсөн файҙаланыла. И.т. теорияһы 20 б. 70‑се йй. алып Башҡорт дәүләт университетында һәм Математика институтында үҫешә. Тәүге тикшеренеүҙәр А.Ф.Леонтьев тарафынан башлана. Дирихле рәттәре теорияһы ысулдары м‑н И.т. киң класының сығарылыштары табыла (И.Ф.Красичков-Терновский, А.С.Кривошеев, Леонтьев, В.В.Напалков һ.б.); И.т. махсус класының үҙенсәлектәре т‑дағы классик мәсьәләләр сиселә (Ә.М.Ғайсин). Сик буйы И.т. ысулдары нигеҙендә ҡатмарлы геом. электрохимик системаларҙа токтың потенциалын һәм тығыҙлығын иҫәпләү алгоритмдары уйлап табыла (А.М.Болотнов), нефтле ҡатламдарҙа шыйыҡлыҡтың фильтрланыуы тикшерелә (Р.Р.Ғәзизов, В.Т.Иванов). Электролиттарҙағы электр ҡырҙары теорияһының сик мәсьәләләрен һыҙыҡлы һәм һыҙыҡһыҙ И.т. килтереү ысулы тәҡдим ителә, уларҙы сисеү нигеҙендә бер төрлө булмаған мөхиттәрҙә диск, цилиндр формаһындағы һәм яҫы электродтарҙың электр ҡыры өйрәнелә (Иванов).

Әҙәб.: Леонтьев А.Ф. Последовательности полиномов из экспонент. М., 1980; Напалков В.В. Уравнения свёртки в многомерных пространствах. М., 1982.

В.Ю.Новокшенов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: