Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНТЕГРАЛЛАНЫУСЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

Просмотров: 958

ИНТЕГРАЛЛАНЫУСЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, билдәле сығарылыштарҙың сикһеҙ йыйылмаһына эйә һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы булмаған (эволюцион, гиперболик) һәм һыҙыҡлы И.т. айырыла. Математика, физика һәм техника мәсьәләләрен (атмосфералағы циклик ҡойондарҙы, гравитация ҡырын, сүсле‑оптик кабелдәрҙә импульстар таралыуын һ.б. тасуирлау) сығарыу өсөн ҡулланыла. 20 б. 70‑се йй. алып Математика институтында, Педагогия университетында И.т. теорияһы үҫеш ала: И.т. классификациялау, солитондар теорияһы б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (В.Ю.Новокшенов); Дарбу б‑са интегралланыусы һыҙыҡлы булмаған гиперболик тигеҙләмәләрҙең тулы исемлеге төҙөлә (А.В.Жибер); эволюцион И.т. классификациялауҙың симметрия ысулы үҫтерелә (В.В.Соколов); И.т. һыҙыҡлы булмаған системаларҙың асимптотик сиге булараҡ тикшерелә (Л.А.Калякин); һыҙыҡлы булмаған квадрат И.т. гиперболик системалары өсөн ике симметрия иерархияһы билдәләнә (А.А.Бормисов, Ф.Х.Мөҡминов).

А.В.Жибер, В.Ю.Новокшенов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: